Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2022, 15:00

Ейәнсуралар урамында оло байрам!

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Башҡорт Үргене халҡы өсөн ҙур бүләк булды.

Ейәнсуралар урамында оло байрам!
Ейәнсуралар урамында оло байрам!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү төбәк программаһына ярашлы, Ейәнсура районының  Башҡорт Үргене ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөү һәм йыһазландырыу биш миллион һумға төшкән.

Ауылдарҙа медицина учреждениеларының асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Районда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә тағы бер мөһим аҙым яһалды тигән һүҙ. ФАП-ты асыуҙа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Денис Ғәбәүетдинов ҡатнашты.

– Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы сирҙәрҙе иҫкәртеү, халыҡты диспансерлаштырыу кимәлен күтәрәсәк. Модулле пункт Башҡорт Үргене халҡы өсөн ҙур бүләк булды,– тине Денис Ғәбәүетдинов.

Яңы учреждениела 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған фельдшер Зинфира Аҡсурина эшләйәсәк. Уның ҡарамағында – 938 кеше.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: