Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2022, 09:00

Иң яҡшы мәктәп телестудиялары билдәләнде

Дистанциялы алымда мәктәп телевидениелары араһында туған телдәге иң яҡшы сюжетҡа республика конкурсы ойошторолдо. Еңеүселәр кемдәр? 

Иң яҡшы мәктәп телестудиялары билдәләнде
Иң яҡшы мәктәп телестудиялары билдәләнде

2022 йылдың 7 февраленән 18-енә тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы дистанциялы алымда мәктәп телевидениелары араһында туған телдәге иң яҡшы сюжетҡа республика конкурсы ойошторҙо.

Конкурста мәктәп телевидениеһы эшмәкәрлеге ойошторолған дөйөм белем биреү ойошмалары ҡатнашты. Жюри ағзаларына йәмғеһе 100-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Конкурста ҡатнашыусылар социаль селтәргә мәктәп телевидениеһы сюжетын ирекле форматта хештегтар аҫтында һалған.

Конкурс комиссияһы йомғаҡ яһағандан һуң, түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләгән: беренсе урын – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты (Ғарипов-ТВ); 2-се урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһы (Киностудия); 3-сө урын - Баҡалы районы Үмәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Шулай уҡ “Үҙенсәлек өсөн” номинацияһында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе билдәләнгән.

Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланасаҡ.

Бындай саралар үҫеп килеүсе быуындың интеллектуаль һәләттәрен үҫтереүгә, туған телдәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә һәм шуның менән РФ Президенты В.В. Путиндың май указдары менән башланғыс алған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект "Образование") бурыстарына тулыһынса яуап бирә.

Фото: nsosh3.ucoz.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: