Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2022, 12:00

Сабыйҙар ҙа шат, әсәйҙәр ҙә шат

Әсә: “Элек мәктәпкәсә төркөм балаларҙы өс йәштән генә ҡабул итә ине, хәҙер иһә йәш ярымдан алып балалар өсөн төркөм асылыуына бик шатбыҙ”, – ти.

Сабыйҙар ҙа шат, әсәйҙәр ҙә шат
Сабыйҙар ҙа шат, әсәйҙәр ҙә шат

2020 йылдан башлап Ишембай районында “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 261 өҫтәмә урын булдырылған.

Ишембай районының мәғариф идаралығында билдәләүҙәренсә, был проекттың төп маҡсаты – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген арттырып, балалы ҡатындарҙы хеҙмәт эшмәкәрлеген ғаилә бурыстары менән бер юлы алып барыу өсөн шарттар менән тәьмин итеү.

Әлеге 15 мәктәпкәсә учреждение иҫәбенә Әхмәр ауылындағы белем усағының мәктәпкәсә төркөмө лә ингән. Өлкән тәрбиәсе Эльвира Шаһиева проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы уларҙың мәктәпкәсә төркөмөндә кескәйҙәр өсөн 12 өҫтәмә урын асылыуын билдәләне.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлатыуынса, бында бүленгән 1 миллион 626 мең 400 һумға инеү урыны, күтәрмә ремонтланған, уйын, бәҙрәф бүлмәләренең стеналары буялған, яңы ишектәр, тәҙрәләр ҡуйылған, йыуыныу һәм бәҙрәф бүлмәләрендә сантехника тулыһынса алмаштырылған.  Шулай уҡ яңы һәм уңайлы мебель, карауат-трансформерҙар, һауыт-һаба, спорт ҡорамалдары һәм ваҡ моториканы үҫтереү өсөн төрлө уйындар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, Әхмәр педагогтары мәктәпкәсә белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф стандарттарының заманса талаптарына ярашлы балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра алған.

Сабыйҙарҙың береһенең әсәһе Залина Мөхәмәтрәхимова түбәндәгеләрҙе белдергән: “Элек мәктәпкәсә төркөм балаларҙы өс йәштән генә ҡабул итә ине, хәҙер иһә йәш ярымдан алып балалар өсөн төркөм асылыуына бик шатбыҙ. Балаларыбыҙ өсөн уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса мөхит булдырылған. Һәм был бик дөрөҫ, сөнки сабыйҙар үҙ көнөнөң күпселек өлөшөн үткәргән балалар баҡсаһын икенсе йорт тип иҫәпләргә мөмкин. Балаларыбыҙға баҡсала һәр саҡ йылы һәм уңайлы булһын!”

Белеүебеҙсә, “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм тыуым кимәлен, халыҡ һанын арттырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя.

Фото: sdelanounas.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: