Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2022, 11:00

“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған

Конкурсҡа республиканың 28 белем биреү ойошмаһынан 146 ижади эш килгән. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. 

“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған
“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған

Ағымдағы йылдың февралендә Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәге базаһында Башҡортостандың профессиональ белем биреү ойошмаларында уҡыусылар араһында “Йәнле бумала” һүрәттәр конкурсы уҙҙы. Конкурсҡа республиканың 28 белем биреү ойошмаһынан 146 ижади эш килгән.

“Бөйөк Петрҙың портреты” номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урын – Өфө технология һәм дизайн колледжы; икенсе урын – Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы; өсөнсө урын – Советтар Союзы Геройы Солтан Бикәев исемендәге Өфө профессиональ колледжы һәм Мәләүез киң профилле һөнәри колледжы.

“Остаз юлынан” номинацияһында иң яҡшы эште Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре тәҡдим иткән. Икенсе урын – Өфө художество-гуманитар колледжында. Өсөнсө урынды С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжы менән Өфө художество-гуманитар колледжы бүлешкән.

“Биҙәктәр һәм әкиәттәр” номинацияһында Өфө художество-сәнәғәт колледжы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы билдәләнгән. Ә иң матур “Открытка-ҡотлау”ҙы Өфө технология һәм дизайн колледжы һәм Өфө районының Михайловка ауылындағы Башҡорт агросәнәғәт колледжы тәҡдим иткән.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында билдәләүҙәренсә, конкурс еңеүселәренә – дипломдар һәм бүләктәр, ҡалған ҡатнашыусыларға конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырыла. Сара художество ижады өлкәһендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарылды. Был иһә ил Президенты В.В. Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) бурыстарына тулыһынса яуап бирә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.  

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған
“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған
“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған
“Йәнле бумала” ижади йәштәрҙе асыҡлаған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: