Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2022, 14:30

Башҡортостан компанияһы халыҡ-ара кимәлгә сыҡты

Сертификат яңы эшлекле бәйләнештәр булдырырға, илдәр араһында продукция менән сауҙа итергә һәм рентабеллекте күтәрергә булышлыҡ итә.

Башҡортостан компанияһы халыҡ-ара кимәлгә сыҡты
Башҡортостан компанияһы халыҡ-ара кимәлгә сыҡты

Стәрлетамаҡтың “Тере һыу” компанияһы БР Эшҡыуарлыҡ үҫеше агентлығының инжиниринг буйынса төбәк үҙәге дәүләт ярҙамы арҡаһында халыҡ-ара баҙарға сыҡты.

Ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә башҡарыла.

“Стәрлетамаҡ стартап-компанияһы тупраҡты минералләштереүҙә биологик әүҙем ҡушымталарға халыҡ-ара сертификация үткәреү өсөн дәүләт ярҙамы алды, ул юғары сифатты һәм хәүефһеҙлекте гарантиялай. Хеҙмәтте беҙҙең төбәк инжиниринг үҙәге күрһәтте”, - ти БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

“Тере һыу” йәмғиәте сифат менеджменты системаһы халыҡ-ара сертификацияһын үтеп, халыҡ-ара сертификация органынан  ISO 9001 сертификатына эйә була. Был сертификат яңы эшлекле бәйләнештәр булдырырға, илдәр араһында продукция менән сауҙа итергә һәм рентабеллекте күтәрергә булышлыҡ итә.

“Тере һыу” йәмғиәте юғары концентрациялы органоминераль ашламалар, аҙыҡ-түлек, косметика етештереп һата. Бөгөнгө көндә уның 15 сит илдә 1500-ҙән ашыу партнеры иҫәпләнә, йәмғиәт был йүнәлештә артабан үҫешә.

Фото: pravitelstvorb.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: