Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы, Башҡортостанда 130 ауыл, шул иҫәптән Нуриман районынан дүрт биләмә мобиль интернетҡа тоташтырыла.
Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ауылдарҙы халыҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында асыҡтан-асыҡ тауыш биреү юлы менән һайлап алған. Биләмәләрҙең барыһы ла талаптарға яуап бирә: халыҡ һаны 100-500 кеше, төбәк буйынса иң күп тауыш йыйған, төбәк квотаһына индерелгән, интернетҡа тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр бар.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамы менән быйыл һайланған ауылдарҙың барыһында ла 4G интернет барлыҡҡа киләсәк. Халыҡ дәүләт хеҙмәттәренән онлайн файҙаланыу, арауыҡта белем алыу, социаль селтәрҙә аралашыу, фильмдар ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Хәлил Абдуллин.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/225231