Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Производительность труда") тормошҡа ашырыла башлағандан бирле, проекта ҡатнашыусы предприятиеларҙа процестар барышы 31 процентҡа кәмегән. Был төбәк компетециялар үҙәге эксперттары ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған проекттар буйынса уртаса күрһәткес. БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов ошо турала хәбәр итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.