Дүртөйлө районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса төҙөкләндереү өсөн объекттарҙы һайлағандар. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.
Дүртөйлө районында йәшәүселәр асыҡ тауыш биреү юлы менән биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса мотлаҡ объекттарҙы һайлап алған. Әңгәсәк, Әсән, Таймырҙа, Өсбүлә ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр “Балалар уйын майҙансығын төҙөкләндереү” проектын һайлаған.
Миәҙәк, Сарлаҡ ауыл биләмәләрендә үткәрелгән һөҙөмтә йыйылыштарында урындағы халыҡ “Ауыл биләмәләрендә урамды яҡтыртыуҙың капиталь ремонты” проектына өҫтөнлөк биргән.
Иҫке Яндыҙ, Тәкәрлек, Мәскәү, Һыуыҡҡул ауыл биләмәләрендә “Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү” проекты һайлап алынған.
Семилетка, Күкҡуян ауыл биләмәләрендә һәм Дүртөйлө ҡалаһында күп тауыш “Мәғариф һәм мәҙәниәт ойошмаларының тәҙрәләрен һәм ишектәрен алмаштырыу буйынса капиталь ремонт” проектына бирелгән.
Исмаил һәм Иҫке Байыш ауылдары биләмәләрендә йәшәүселәр “Ауыл биләмәһе өсөн тәгәрмәсле трактор һатып алыу” проектын һайлаған.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһынан һәм районынан һигеҙ ғаилә торлаҡ сертификатын алды. Йыл һайын бында йәш ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификатҡа эйә була. Шулай итеп, былтыр 10 йәш ғаилә дөйөм суммаһы 14 миллион һумдан ашҡан социаль түләүҙәр алған, былтыр иһә 15 ғаиләгә 16 миллион һумдан ашыу суммалыҡ сертификат бирелгән. Бына тағы һигеҙ ғаилә 12 миллион һумдан ашыулыҡ суммаға торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәргә хоҡуҡ биргән таныҡлыҡты алды.
Бирелгән торлаҡ сертификаттары буйынса Туймазы районы – республикалағы алдынғы өс район һәм ҡала иҫәбендә.
- Һәр йортта иң мөһиме – һөйөү, аңлашыусанлыҡ һәм ярҙам, ә уңайлы мөхиттә үҙ-ара аңлашыусанлыҡ була. Программала ҡатнашыусыларға сертификат менән мөмкин тиклем тиҙерәк файҙаланыуын, күңелдәренә ятҡан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы теләйем. Бына ошондай мөһим ваҡиға менән ҡотлайым, - тип белдергән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.
Әйткәндәй, ете ай эсендә ғаилә санитар-эпидемиологик талаптарға яуап биргән торлаҡты һатып алыу килешеүен төҙөргә тейеш. Социаль түләүҙе шулай уҡ торлаҡ кредитын алғанда өлөшләтә төҙөлөштә беренсе иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Һатып алынған торлаҡ майҙаны һәр кемгә 12 квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарының береһе – уңайлы ҡала мөхитен яҡшыртыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов торлаҡ сертификаттарын ғаиләләргә тапшыра.
Фотолар: Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан