Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2022, 14:30

Үҙе эшеңде асыуға – 250 мең һум

Социаль килешеү граждандарҙың матди хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелә.

Үҙе эшеңде асыуға – 250 мең һум
Үҙе эшеңде асыуға – 250 мең һум

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектына ярашлы, Ишембайҙағы аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа үҙ эшен асыу өсөн 250 мең һумға тиклем аҡса түләнә.

Ишембай районының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, комиссия ағзалары умартасылыҡ, бөҙрәхана хеҙмәттәре күрһәтеү, һыуытҡыс ҡорамалдарҙы йүнәтеү кеүек эшмәкәрлек төрҙәре буйынса өс бизнес-планды ҡараны һәм хупланы. Дәғүәселәрҙең барыһы менән дә социаль килешеү төҙөйҙәр. Уның нигеҙендә улар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә субсидия аласаҡ.

Социаль килешеүҙең маҡсаты – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу; граждандың (уның ғаилә ағзаларының) аҡсалата килемен арттырыу. “Социаль килешеү” кеүек алымды ғәмәлгә индереү граждандарҙың матди хәлен яҡшыртыуға, эшҡыуарлыҡ һәләтен үҫтереүгә, ауыр минуттарҙа кешегә ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/225828

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: