Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, сәнғәт мәктәптәренең музыка ҡоралдары фондын яңыртыуҙы дауам итәләр.
Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә милли проект нигеҙендә Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә “Аккорд” фабрикаһында сығарылған “Н. Рубинштейн” маркалы пианино, бәләкәй һәм ҙур Fat Custom Drums барабандары тапшырылды. Мәктәптә шулай уҡ яңы фортепиано моңо ла яңғырай башланы.
“Беҙҙең өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға. Беҙҙең мәктәп конкурста ҡатнашты һәм ошондай бик шәп музыка ҡоралдарына эйә булды”, – тине балалар сәнғәт мәктәбе директоры Рәмил Иманғолов.
“Мәҙәниәт” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ике меңгә яҡын белем биреү учреждениеһы яңы инструменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Улар – музыка колледждары, училищелар һәм балалар сәнғәт мәктәптәре.
#национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/226130
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)