Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2022, 10:30

Һөт һәм ит – урындағы етештереүсенән

Хужалыҡ ойошторолғандан алып, йәш фермерҙар дәүләттән бер-нисә тапҡыр ярҙам ала.

Һөт һәм ит – урындағы етештереүсенән
Һөт һәм ит – урындағы етештереүсенән

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты  (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ошо көндәрҙә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов районда алдынғыларҙан һаналған Ғилемшин крәҫтиән (фермер) хужалығында күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Хужалыҡ ойошторолғандан алып, йәш фермерҙар дәүләттән бер-нисә тапҡыр ярҙам ала. Мәҫәлән, күптән түгел “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү” федераль программаһы буйынса алынған грант аҡсаһына мини һөт заводы асалар, ошо көндәрҙә модуль ит эшкәртеү һәм мал һуйыу цехтары өсөн ҡорамалдар ҡайтартыласаҡ.

Хәҙер Асҡын районында урында етештерелгән һөт пакеттарҙа сауҙаға сығарыласаҡ, магазиндарҙа ул май айында һатыла башлаясаҡ. Йыл аҙағында ит продукцияһы ла (үткәрелгән ит һәм ярымфабрикаттар) һатыуға сығарыласаҡ.

Ғилемшиндар етәкләгән “Тулғыҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы “Башҡортостан продукты” проектына инеп, проект ҡатнашыусыһы дипломын ала һәм үҙ продукцияһын республика сифат билдәһе менән маркировкалау хоҡуғына эйә була.

Фото: Асҡын районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: