Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2022, 14:25

Һанлы технологиялар дәресте байыта

Балалар ҙа, уҡыусылар ҙа бик ҡәнәғәт.

Һанлы технологиялар дәресте байыта
Һанлы технологиялар дәресте байыта

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектына ярашлы, Ағиҙел ҡалаһының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары дәрестәрҙә һанлы технологиялар ҡуллана башланы.

Мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған оҫталыҡ дәресе булды. Унда төбәк проекты нигеҙендә килтерелгән ҡорамалдар ҡулланылды. Атап әйткәндә, гимназияға 30 ноутбук, ике интерактив панель, уҡытыусылар өсөн ике ноутбук һәм бер күп функциялы ҡулайлама тапшырылғайны.

Оҫталыҡ дәресенә хакимиәт башлығы Фәнис Ғилуанов һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре килде. Ҡунаҡтарға интерактив таҡтаның мөмкинлектәрен, уҡыусыларҙың интерактив белемен, видеояҙмалар күрһәттеләр.

“Башҡорт теле дәресендә һанлы технологиялар файҙаланыу уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы бәйләнеште әүҙемләштерә, үҙләштергән материалға ҡыҙыҡһыныуҙы, балаларҙың ижади әүҙемлеген, дәрестең һөҙөмтәлелеген арттыра, үҙаллы эшмәкәрлек мөмкинлеген киңәйтә”, – ти мәғариф бүлеге методисы Зимфира Әхмәтова.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/227242

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: