Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2022, 08:00

Бәхетте ете диңгеҙ аръяғында эҙләргә кәрәкмәй

Тағы бер ғаиләгә социаль түләүҙәр ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирелде.

Бәхетте ете диңгеҙ аръяғында эҙләргә кәрәкмәй
Бәхетте ете диңгеҙ аръяғында эҙләргә кәрәкмәй

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙ: “Был көндөң матур мәле. Ғафури районындағы тағы бер ғаиләнең социаль түләүҙәр ярҙамында үҙенең торлаҡ шарттарын, тимәк, йәшәү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Ҙур татыу ғаиләнең һәм үҙ торлағыңдың булыуы мөһим, сөнки уңайлы ғаилә усағы – тотороҡлолоҡ, ышаныслы тыл, киләсәккә пландар төҙөү мөмкинлеге. Тыуған яғыңда, тыуған районыңда ғаиләнең йорто – ҡәлғәһе – бар икән, бәхетте ете диңгеҙ аръяғында эҙләргә кәрәкмәй.

Әйткәндәй, былтыр дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә Ғафури районынан төрлө категорияға ҡараған 24 ғаилә торлаҡ шарттарын яшыртты. Социаль түләүҙәргә 20 миллион 344 мең һум аҡса бүленде”.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") бурыстарының береһе – уңайлы ҡала мөхитен яҡшыртыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай.

Фото: Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: