Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2022, 17:45

Инвестиция порталында – яңы хеҙмәттәр

Улар милек хоҡуғын теркәүгә, кадастр иҫәбенә тороуға ҡағыла.

Инвестиция порталында – яңы хеҙмәттәр
Инвестиция порталында – яңы хеҙмәттәр

Республика Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр контентты яңыртыу нигеҙендә Башҡортостандың INVESTRB.RU берҙәм инвестиция порталы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән 17 электрон сервис менән тулыландырылды. Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы коллегияһында порталдағы яңылыҡтар тураһында хәбәр иттеләр.

– Берҙәм порталда былтыр бизнес һәм инвестициялар өлкәһендә байтаҡ эш башҡарылды. “Эшҡыуарҙарға” тигән бүлектә етди үҙгәрештәр булды: төрлө хәл-шарттарҙа эш итеү алымдары йыйылмаһы тәҡдим ителде. Йүнселдәргә төрлө мәсьәләләр буйынса әҙер ҡулланмалар урындаштырылды. Улар милек хоҡуғын теркәүгә, кадастр иҫәбенә тороуға ҡағыла, – тип хәбәр итте һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Дөйөм алғанда, 17 сервис һәм хеҙмәт ғәмәлгә индерелде. Улар иҫәбендә – “Башҡортостан Республикаһының мөлкәте” һәм эшҡыуарҙарҙың хеҙмәттәр өлкәһенән ҡәнәғәтлек кимәлен баһалау өсөн “Һораулама модуле” ярҙамсы бүлектәре.

Яңы онлайн-сервистар дәүләт идараһын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә һәм, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы, һанлы иҡтисадты үҫтереү өсөн мотлаҡ шарттар иҫәбенә инә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/433993/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: