Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект «Производительность труда») буйынса Башҡортостан үҙе өсөн яңы бурыс ҡуйҙы – 2024 йылға тиклем алынған маҡсаттарҙы 2022 йылда тормошҡа ашырыу. БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов журналистарға ошо турала белдерҙе.
Уның фекеренсә, уңышлы үҫештең нигеҙе һәр предприятие менән айырым эшләүгә бәйләнгән. Республика властары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға етди иғтибар бирә. Был милли проектта Башҡортостан 2017 йылдан алып ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе тапҡыр “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса рейтингты иғлан итте, унда Башҡортостан тәүге өсәү иҫәбендә, беренсе урында Краснодар крайы, икенселә – Ростов өлкәһе.
“Рейтингтың маҡсаты – өлгөлө төбәктәрҙе билдәләү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелгән бөтә төр ярҙамды барлау. Уларҙы ҡулланып проектҡа яңы ҡушылыусыларҙа һәм артта ҡалыусыларҙа лидерҙарға тиңләшеү маҡсаты тыуырға тейеш. Уға компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамы ғына түгел, квалификацияны камиллаштырыу, льготалы кредитлау һәм экспортҡа сығыуҙа булышлыҡ итеү ҙә инә. Милли проекттың тулы менюһы менән ҡулланып, төбәктәр үҙҙәренең етештереү мәҙәниәте сифатын үҙгәртә ала”, - тип аңлатма бирҙе Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының департамент директоры Александр Молодцов.
Рейтинг лидеры йыл һайын үҙендә “Етештереү 360” федераль форумын уҙғарыу хоҡуғына эйә була. Был - Рәсәйҙең һаҡсыл етештереү өлкәһендә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн төп майҙан.
“Башҡортостандың Рәсәй кимәлендә алдынғы урын биләүе осраҡлы түгел. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ бөтә пландарҙы арттырып үтәнек – милли проектҡа предприятиеларҙы йәлеп итеүҙә лә, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу буйынса ла алдынғыбыҙ. Шуға күрә 2024 йылға тиклем алынған бурыстарҙы ағымдағы йылда тормошҡа ашырырыбыҙға шик юҡ.
Милли проект саралары ҙур финанс сығымдары һалмайынса, тиҙ арала һөҙөмтә алырға мөмкинселек бирә. Тап шуның өсөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты иҡтисад үҫеше өсөн бик мөһим. Быйыл беҙ проектҡа 150 предприятиены йәлеп итергә тигән маҡсат ҡуябыҙ”, - тине министр. Уның белдереүенсә, етештереү мәҙәниәте һәм артып ҡалған ресурстар предприятиеларға яңы һөҙөмтә кимәленә күтәрелергә генә түгел, ә тышҡы баҙарға сығыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра. Шуға күрә Башҡортостанда экспорт эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә.
“Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәре эшмәкәрлегенә лә һөҙөмтә яһалды. Мәскәүҙән ҡала беҙ икенсе урында. Беҙ үҙебеҙҙең иҡтисадыбыҙҙың ниндәй кимәлдә икәнлеген, ҡайҙа табан үҫешергә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Ошо системалы сәйәсәттең, Башҡортостан Башлығының, БР Хөкүмәте Премьер-министрының ярҙамы һөҙөмтәһе булып былтыр сеймал булмаған экспорт күләменең 2,5 тапҡырға артыуы тора. Дөйөм алғанда, иҡтисади блоктың бөгөнгө һөҙөмтәле эше бөтә йүнәлештәр буйынса бер төптән булып, системалы эш итеү арҡаһында мөмкин булды”, - тине министр.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан