Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, урманды тергеҙеү һәм тулыландырыу буйынса системалы эш алып барыла. Проекттың төп маҡсаты – 2024 йылға урмандарҙың кәмеү һәм тулыланыу балансын 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү.
Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан Республикаһында 14,6 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана. Шуларҙан 6,1 мең гектар майҙанда урман культуралары ултыртыла, 8,1 мең гектарҙа урман тәбиғи тулылана, ә 400 гектар ерҙә был эштәр ҡатнаш алып барыла.
– Башҡортостан урмансылары 25,7 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник хәстәрләү, 5,1 мең гектар ерҙә урман культураларын тулыландырыу менән шөғөлләнәсәк, – тине республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/433766/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)