Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Март 2022, 09:00

"Уҡытыусы булыу еңелме?"

1 марттан Күмертау педагогия колледжында профилле психология-педагогия класы булдырылды. 

"Уҡытыусы булыу еңелме?"
"Уҡытыусы булыу еңелме?"

Был кластар мәктәп уҡыусыларын педагогик һөнәрҙәр менән таныштырыуҙы, уларға психологик-педагогик һәм социаль-педагогик эшмәкәрлек тәжрибәһе алырға булышлыҡ итеүҙе, уҡыусыларҙа педагогик эшмәкәрлек күнекмәләрен һәм һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

- Һөнәри йүнәлеш биреү – өлкән класс уҡыусылары өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Уҡыусыларҙың һөнәри йәһәттән үҙбилдәленешен оҙатыу процесын мөмкин тиклем иртәрәк башлау, улар араһынан шәхес үҫтереү йүнәлешендә эшләргә теләгәндәрҙе асыҡлау маҡсатҡа ярашлы, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Рәсәйҙең мәғариф системаһында профилле уҡытыуҙың төрлө моделдәрен тормошҡа ашырыу буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында профилле психологик-педагогик кластар селтәрен киңәйтеү маҡсатында илдең Мәғариф министрлығы «Профилле психологик-педагогик кластар концепцияһы” булдырҙы.

Профилле психолог-педагогик кластың белем биреү программаһы 20 сәғәткә иҫәпләнгән. Эшлекле һәм шәхси сифаттарҙы, шәхестең эске ресурстарын, ығы-зығылы хәлдәрҙә позицияларҙы баһалауға социаль-психологик тренингтар үткәреү ҡаралған. Робот техникаһы буйынса художество-ижади оҫтаханалар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Белем усаҡтары менән социаль партнерлыҡҡа ярашлы, социаль йүнәлешле проектҡа уҡыусылар йәлеп ителәсәк һәм профессиональ һынауҙарҙа ҡатнашасаҡ.

Уҡытыу “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “Мәктәпкәсә тәрбиә биреү”, “Физик культура, спорт һәм фитнес” белгеслектәре буйынса уҙғарыла.

Был йүнәлештә алып барылған эштәр ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектын (национальный проект "Образование") тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Белешмә өсөн:

Күмертау педагогия колледжы педагогик йүнәлештәге һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй: “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “Физик культура”, “Адаптив физик культура” йүнәлештәре эшләп килә. 2022 йылға контроль ҡабул итеү һаны 125 кеше тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: