Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Март 2022, 15:30

Ҡырмыҫҡалыларҙа икеләтә байрам

Йәш ғаиләләргә шатлыҡ көтмәгәндә килде...

Ҡырмыҫҡалыларҙа икеләтә байрам
Ҡырмыҫҡалыларҙа икеләтә байрам

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә йәш ғаиләләр өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды.

2012 йылда “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” (әле “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү”) торлаҡ программаһында ҡатнашырға теләк белдергән йәштәр хәлдең бындай йүнәлеш алыуына өмөт тә итмәгәйне. Шатлыҡ көтмәгәндә килде – ғаиләләргә бер миллион һумдан ашыу күләмдә сертификат тапшырылды.

Мәғлүм булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Сертификат аҡсаһын торлаҡ ипотекаһы буйынса бурысты ҡаплауға, әҙер торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға тотонорға мөмкин.

Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылынан Мөлөкөвтар, Үрге Төкөндән Санъяровтар, Олокүлдән Федоровтар, Ҡырмыҫҡалынан Кәбировтар һәм Вәлишиндар – күп балалы ғаиләләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсәр, Прибельскийҙар Яҡшымбәтовтар ике бала тәрбиәләй. Федераль программа нигеҙҙә ишле ғаиләләргә өҫтөнлөклө рәүештә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тотһа ла, унда ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө бындай статусҡа эйә булмауы ла ихтимал.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/227448

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: