Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Март 2022, 10:00

Юлдар оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн

Башҡортостан юлдарында ун автоматик ауырлыҡ контроле пункты даими файҙалана башлаясаҡ.

Юлдар оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн
Юлдар оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы быйыл 13 автоматик йөк үлсәү пункты ҡуйылған.

Бындай комплекстарҙың төп бурысы – автомобиль юлдарын һаҡлауҙы тәьмин итеү, хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу, юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, автомобиль юлдарын файҙаланыуға һәм тәртиптә тотоуға сығымдарҙы аҙайтыу.

– Ауыр йөк машиналары уны боҙоп ҡына ҡалмай, ә емерә. Иң аяныслыһы был яңыраҡ капиталь ремонт тамамланған йәки төҙөкләндереү үткән юлдарҙа булһа. Был иһә ҙур аҡса һәм көс талап итә, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Автомобиль юлдарын һаҡлау маҡсатында Башҡортостандың Транспорт министрлығы Транспорт дирекцияһына төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында транспорт сараларының ауырлыҡ һәм габарит контроле комплексын ҡуртымға алыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт килешеүе төҙөргә ҡушты.

Был комплекс автоматик рәүештә транспорт сараһын тотҡарламай йәки тулыһынса туҡтатмайынса уны үлсәй һәм ҙурлығын билдәләү мөмкинлеген бирә. Яңы техника шулай уҡ машина хәрәкәтенең тиҙлеген билдәләргә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәргә һәләтле. Был системаны булдырыу тәүлек әйләнәһенә трафикты контролдә тоторға һәм артыҡ тейәлгән машиналарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә.

Проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 10 комплекс ҡуйылған һәм файҙаланыуға тапшырылған, республика буйынса, дөйөм алғанда, төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында 13 автоматлаштырылған йөк үлсәү пункты эшләй.

2021 йылдың 30 ноябренән 2022 йылдың 28 февраленә тиклем был автоматик комплекс һынау тәртибендә эшләне. 1 марттан транспорт сараһының ауырлыҡ-габарит параметрҙары нормаһын арттырыу тураһындағы мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.21-се статьяһына ярашлы (йөктө ташыу ҡағиҙәләрен, буксирлау ҡағиҙәләрен боҙоу) вәкәләтле контроль-күҙәтеү органына тапшырыла. АПВГК урынлашҡан картаны ошо http://svkrb.ru/kam/index.html һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин

Транспорт водителдәренә һәм (йәки) хужаларына транспорт сараһының ауырлыҡ параметрҙарының норманан ашыуы йә иһә уларҙың ауырлыҡ һәм габарит контроле пункттарында булмауы тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында динамик мәғлүмәт таблолары ҡуйылған. Шулай уҡ теркәлгән ауырлыҡ-габарит параметрҙары тураһында мәғлүмәтте http://svkrb.ru/vgk/ һылтанмаһы буйынса ҡарарға була.

Был комплексты сафҡа индереү юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырырға, артыҡ йөк тейәүҙән һаҡларға һәм уларҙың ремонт-ара ваҡытын арттырырға мөмкинлек бирә.

– Маҡсатыбыҙ – водителдәрҙе штрафҡа тарттырыу түгел, ә юлдарҙы һаҡлау. Юл япмаһын һаҡлау тураһында уларҙы ҡараусыларға һәм ремонтлаусыларға ғына түгел, уларҙы файҙаланыусыларға ла хәстәрлек күрергә кәрәк, – тине Александр Булушев.

Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: teletype.in

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: