Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2022, 15:20

“Бастион”ға үҫештә лизинг ярҙам иткән

Предприятиела яңы эш урындары ла барлыҡҡа килгән.

“Бастион”ға үҫештә лизинг ярҙам иткән
“Бастион”ға үҫештә лизинг ярҙам иткән

Сибай ҡалаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Бастион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2016 йылдан видеокүҙәтеү системаларын ҡуйыу менән шөғөлләнә.

Эшмәкәрлекте үҫтереү йылдарында шулай уҡ яңы йүнәлештәр ҙә үҙләштерелгән. Хәҙер “Бастион” янғын һәм һаҡ сигнализацияһын, идара итеүгә контроль системаларын, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуя, электр тәьминәте системаһын капиталь ремонтлай. Бынан тыш, ике магазин да асҡандар.

2019 йылда йәмғиәт “Ресо-Лизинг” ойошмаһы менән электр монтажлау эштәрен башҡарыу өсөн йөк автомобиле һатып алыуға килешеү төҙөгән. 2020 йылда компания “Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программаһына һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы субсидия алған. Һөҙөмтәлә предприятие матди-техник базаһын нығытҡан, эш урындарын һаҡлап ҡалған, өҫтәмә рәүештә тағы ла туғыҙ эш урыны булдырған.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news/434331/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в