Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2022, 09:30

Экспортҡа ярҙам үҙәге илдә яҡшылар иҫәбендә

Ул Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды яуланы.

Экспортҡа ярҙам үҙәге илдә яҡшылар иҫәбендә
Экспортҡа ярҙам үҙәге илдә яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды яуланы.

– Экспортсыларҙың эшҡыуарлығын киңәйтеү өсөн ҡоралдар йыйылмаһы киң булһын өсөн, профилле үҫеш институттары һәм власть органдары тауар ассортиментын даими рәүештә яңыртып тора. Рәсәй экспорт үҙәге һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге ярҙам күрһәтеү эшен даими яҡшырта, уның һөҙөмтәлелеген арттыра. Бурыс – булған һәм тыуҙырылған мөмкинлектәрҙе оҫта файҙаланып, төбәктә экспорт буйынса эште ойоштороу. Шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙең яҡшы өлгөләрен файҙаланып, – тип билдәләй “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, республика сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортҡа сығарыуҙы 36,7 процентҡа арттырған.

– 2021 йылдың ғинуар-октябрендә Башҡортостан Республикаһы экспортында сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт өлөшө 68 процентҡа тиклем артып, был төркөмгә ҡараған тауарҙы һатыу 36,7 процентҡа артҡан (1,9 миллиард долларға). Пандемия һәм донъя баҙарындағы ауыр хәл шарттарында беҙҙең экспортсылар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – тышҡы иҡтисади әүҙемлекте ҡеүәтләндереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Башҡортостан “Экспорт форсажы” акселераторын ғәмәлгә ашырған пилот төбәккә әйләнде, шулай уҡ экспортсыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән яңы проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, шул иҫәптән “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын. Уны ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм илдең сеймалға ҡарамаған экспортына ярҙам программаһын һәм Башҡортостан Республикаһының экспорт ҡеүәтен ғәмәлгә ашырыуға ярҙам буйынса программаны атҡарған республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тос өлөш индерҙе,  – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

– Экспортҡа ярҙам үҙәге – эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән ведомство, барлыҡ һорауҙарҙы шәхсән рәүештә ҡарай һәм халыҡ-ара баҙарға сығырға ярҙам итә. Рәсәй экспорт үҙәгенең рейтингында икенсе урын - яҡшы күрһәткес, төбәктә беҙ әүҙем үҫтергән ярҙам һәм хеҙмәт саралары эшҡыуарҙарға ысынлап кәрәк һәм файҙалы, – тип билдәләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендәге һөҙөмтә: 674 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһына 2700-ҙән ашыу төрлө хеҙмәттәр күрһәтелгән, шул иҫәптән 295 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы экспорт һорауҙары буйынса 476 консультация алған. 95 предприятие ситтә уҙғарылған халыҡ-ара сараларҙа (14 күргәҙмәлә, ете эшҡыуарлыҡ сәфәрендә) ҡатнашҡан. 353 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһына вебинар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар сиктәрендә 704 белем алыу хеҙмәте күрһәтелгән.

Миҫалға бер нисә компанияны индерергә мөмкин: “Подшипникмаш” йәмғиәте Ҡаҙағстандағы контрагент менән иген урыу комбайндары өсөн тупланмалар менән тәьмин итеү, йыйыу һәм көйләү буйынса контракт төҙөгән. Был килешеү Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге күрһәткән хеҙмәт һөҙөмтәһендә төҙөлгән. Төрөк Республикаһында ғәмәлдәге уҙаҡташты эҙләү һәм һайлап алыу буйынса хеҙмәттәр һөҙөмтәһендә, “Шишмә” йәмғиәте конбағыш майы һатыу буйынса 5 040 000 долларға һәм 7 986 000 долларға торошло ике контракт төҙөгән. Ә “Востокнефтегаз” Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында Ҡаҙағстандан контрагент менән газ үткәргес торабаларының эсен күп тапҡыр таҙартыу буйынса килешеүгә өлгәшкән.

2021 йылдың 31 декабренә ҡарата Үҙәк булышлығында 136 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары 103,5 миллион долларға торошло 350-нән ашыу экспорт контракты төҙөгән. Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында бәләкәй һәм урта компанияларҙың экспорт күләме былтыр 1,7 миллиард доллар тәшкил иткән.  

Экспортҡа ярҙам үҙәгенең рейтингында беренсе урында Мәскәү өлкәһе тора, өсөнсө урында - Омск өлкәһе. Бындай үҙәктәр илдең 82 субъектында эшләй. Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная коопераиция и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: