Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2022, 09:00

Көтәбеҙ, өмөт итәбеҙ...

Бының өсөн бөтәһе лә әҙер тиҙәр. 

Көтәбеҙ, өмөт итәбеҙ...
Көтәбеҙ, өмөт итәбеҙ...

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Нуриман район дауаханаһына һанлы флюорограф килтерелеүен көтәләр. Шуның менән бәйле, дауаханала флюорография кабинетын ремонтлау буйынса эштәр башланып тора. Быйыл дауахана заманса маммограф аласаҡ, яңы ҡорамал өсөн кабинет әҙерләнгән дә инде.

– Яңы медицина ҡорамалдары халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ, уларҙан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, – ти район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: terramed.net

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: