Ошо көндәрҙә Белорет педагогия колледжында эш биреүселәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы “7С” - 7 Competencies махсуслаштырылған кадрҙар әҙерләү проекты эшләй башланы.
Рәсәй Ворлдскилс стандарттары буйынса ойошторолған “Бизнес өсөн программа ҡарарҙары” оҫтаханаһы базаһында колледж "Үлсәү ҡорамалдары заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә “Мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары” йүнәлеше буйынса белем алған студенттарҙы ҙур ихтыяж менән файҙаланған бизнес компетенцияларға уҡытасаҡ.
- Эш биреүселәр менән яңы хеҙмәттәшлек алымдары студенттарҙы практик яҡтан әҙерләүгә, эш биреүселәрҙең ихтыяжлы компетенциялар булдырыу буйынса идеяларын һәм тәҡдимдәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
“7С” кадрҙарын махсус әҙерләү проекты ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла:
Проект лекциялар циклын, эш биреүсенән практик эштәр пакетын үҙ эсенә ала. Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина, үлсәү ҡорамалдары заводының һатыу бүлеге етәксеһе Ринат Мәғәфүров, үлсәү ҡорамалдары заводының маркетинг буйынса белгесе Диана Затонская проект спикерҙары булып тора.
Курс тамамланған студенттар "7С кадрҙарын махсус әҙерләү" программаһы буйынса уҡыу һәм практик әҙерлек үтеү тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.
Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты һәм “Фән” милли проекты (национальный проект “Образование", национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы ла ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Белешмә өсөн:
Белорет педагогия колледжы “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Физик культура”, “Туризм”, “Селтәрле һәм системалы идара итеү” белгеслектәре буйынса урта звено белгестәрен әҙерләй. 2022 йылдың февралендә колледж “Махсус мәктәпкәсә белем биреү”, “Мәғлүмәт системалары һәм программалаштырыу” һөнәрҙәрен лицензиялау процедураһын үтте. Колледж тарафынан тормошҡа ашырылған бөтә һөнәрҙәр ҙә Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килгән һәм перспективалы һөнәрҙәр исемлегенә инә. 2022 йылда контроль ҡабул итеү һандары 125 кешене үҙ эсенә ала.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru