Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2022, 13:30

Юлдарҙа – яңы светофорҙар

Ҡалала төҙөкләндерелергә тейешле юлдар исемлеге төҙөлдө.

Юлдарҙа – яңы светофорҙар
Юлдарҙа – яңы светофорҙар

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә ҡалала төҙөкләндерелергә тейешле юлдар исемлеге төҙөлдө. Уның дөйөм оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу. Шуларҙың бер өлөшө социаль объекттарға, туристик урындарға илтә.

Мәҫәлән, Имай Насыри һәм Фестиваль урамдарындағы юлды төҙөкләндереү күҙаллана. Уларҙа Ҡала мәҙәниәт һарайы, “Сода” мәҙәниәт һарайы урынлашҡан. Ҡала, республика, халыҡ-ара кимәлдәге саралар уҙғарылған объекттарға халыҡ күпләп йөрөй. Йәнә тимер юл вокзалына алып барған юлды ла ремонтлау ҡарала.

Стәрлетамаҡ хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, ҡалала мәктәптәр, дауаханалар һәм балалар баҡсалары эргәһендә яңы светофорҙар ҡуйыла, иҫкеләре алмаштырыла. Атап әйткәндә, Дружба урамындағы 2-се гимназия, Коммунистик урамдағы балалар баҡсаһы һәм 30-сы мәктәп янында яңы светофор объекттары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Артем урамындағы 11-се мәктәп, “Арбат” сауҙа үҙәге эргәһендә, Хоҙайбирҙин һәм Дуҫлыҡ урамдары киҫелешендә светофор объекты ҡуйыла. Әйткәндәй, был юл Еңеү паркына илтә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sterlitamakadm.ru/news/gorod/dorogi-k-sotsialnym-obektam/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: