Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Март 2022, 09:00

Мишкә ҡатын-ҡыҙҙары өсөн

Хәҙер  тикшереү үтеү өсөн Бөрө ҡала дауаханаһына йөрөмәйәсәктәр...

Мишкә ҡатын-ҡыҙҙары өсөн
Мишкә ҡатын-ҡыҙҙары өсөн

 

Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мишкә үҙәк район дауаханаһына яңы маммограф  алынасаҡ.

Һанлы маммограф ауырыуҙа төрлө патологияларҙы, шул иҫәптән, онкологик сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн файҙаланыла. Әлеге мәлдә заманса ҡорамалды урынлаштырыу өсөн урын әҙерләйҙәр, махсус кабинетты ремонтлайҙар.

– Яңы маммографта Мишкә районы ҡатын-ҡыҙҙары тикшереү үтәсәк. Хәҙер бының өсөн Бөрө ҡала дауаханаһына йөрөмәйәсәктәр, барыһы лә үҙебеҙҙә буласаҡ, – ти медицина учреждениеһының баш табибы Юрий Гәрәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:news.yuzha.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: