Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндөрҙө, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына ярашлы, район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов Павловка ауылынан күп балалы йәш Арсаевтар ғаиләһенә сертификат тапшырҙы.
Был таныҡлыҡ уларға торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға субсидиянан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Бөтә иҫәп-хисаптар банк аша ҡулаҡсаһыҙ тормошҡа ашырыла. Ғаилә субсидияны әҙер (икенсел) торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотона ала.
“Йортоғоҙҙа һәр саҡ йылы, яҡты, йәмле булһын. Һеҙгә ғаилә бәхете, именлек һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!” – тине район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов йәш ғаиләне тәбрикләп.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/228540
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)