Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2022, 10:30

Хлебодаровка фермеры дауаханаға ярҙам иткән

Александр Николаевич әйтеүенсә, ошондай ябай булмаған осорҙа бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.

Хлебодаровка фермеры дауаханаға ярҙам иткән
Хлебодаровка фермеры дауаханаға ярҙам иткән

Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Хлебодаровка ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Александр Виденеев район дауаханаһына антисептиктар, дезинфекциялау саралары, бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәре, бирсәткәләре, һауыт-һаба, көнкүреш химияһы, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, термопоттар тапшырҙы.

Александр Николаевич әйтеүенсә, ошондай ябай булмаған осорҙа һәр кем яҡындарына ярҙам ҡулы һуҙырға, мөмкин тиклем булышлыҡ итергә тейеш. Әйткәндәй, хәйриә ярҙамы күрһәтеү идеяһы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвестиция ниәттәрен тикшереү барышында тыуа. Унда Александр Николаевич: “Дауаханаға һәм ундағы кешеләргә мин нисек ярҙам итә алам?” тигән һорау бирә.

Күп тә үтмәй фермер “ҡыҙыл зона” ла эшләгәндәр өсөн 50 мең һумлыҡ иң кәрәкле әйберҙәр һатып ала һәм дауаханалағы медицина персоналына тапшыра.   

Әйткәндәй, был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы күрһәтелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/228827

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: