Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, INVESTRB.RU инвестиция порталында бизнесҡа көрсөккә ҡаршы ярҙам сервисы эшләй башланы. Ул эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре буйынса йылдам эш итеү өсөн тәғәйенләнә.
Яңы хеҙмәт ярҙамында йүнселдәр үҙҙәренең проблемаларын хәбәр итеү, компанияны ауыр хәлдән ҡотҡарыу буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай хәлдәргә кредит түләүгә, рефинанслауға, лизингҡа, тотҡарлыҡтарға, йөк ташыуға, сит ил контрагенттары менән үҙ-ара иҫәп-хисаптарға бәйле проблемалар инә. Ғаризаны тултырыу ҡыйын түгел: тәғәйен юлдарға үҙең һәм ойошма тураһындағы мәғлүмәтте һәм проблема тураһында ирекле рәүештә яҙырға кәрәк.
INVESTRB.RU порталы дәүләт ресурсын тәшкил итә, шуға күрә шәхси мәғлүмәттәр ышаныслы һаҡлана.
Әйткәндәй, былтыр контентты яңыртыу шарттарында Башҡортостандың Инвестиция порталы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән 17 электрон сервис менән тулыланды. Порталды үҫтереү быйыл да дауам итә. Онлайн-сервистар асыу дәүләт идараһын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика”) ярашлы һанлы иҡтисадты үҫтереү өсөн мотлаҡ шарттар иҫәбенә инә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/434895/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)