Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2022, 09:30

Милли проект булышлыҡ итә

Ҡалтасы һәм Асҡын райондарында ниндәй яңылыҡтар бар?

Милли проект булышлыҡ итә
Милли проект булышлыҡ итә

2021 йылда Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылындағы район мәҙәниәт йорто эргәһендәге балалар майҙансығы булған ял паркын “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерҙеләр.

2022 йылда Ҡалтасы ауылындағы яр буйҙарын ипкә килтереүҙең I этабы планлаштырылған. Был мөмкин булһын өсөн 2021 йылдың 26 апреленән 30 майына тиклем ҡалтасылар йәмәғәтселек биләмәләрен һайлау буйынса рейтинг тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты. Бөтә тауыш биреүҙең дүрт аҙнаһында Ҡалтасы районынан 1800 кеше тауыш биргән һәм Ҡалтасы,  Күтәрем ауылдарындағы яр буйҙарын төҙөкләндереү буйынса дизайн проекттары тәҡдим ителгән. Ағымдағы йылда күберәк тауыш йыйған проект – Ҡалтасы ауылы яр буйҙары тормошҡа ашырыласаҡ.

“Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһында ҡатнашыуҙың төп шарты – йыл һайын киләһе йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәтселек биләмәләрен һайлау буйынса электрон тауыш биреүҙе үткәреү.

Киләһе йылда 2023 йылға биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү 15 апрелдән 31 майға тиклем ойоштороласаҡ. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһында ҡатнашҡан муниципаль биләмәләрҙә йәшәүселәр онлайн тауыш бирә ала. Улар “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” логотибы менән булған куртка, бейсболка кейгән, яҙыуҙар  таҡҡан ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын  (национальный проект “Жилье и городская среда”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ йортон төҙөү хоҡуғын биргән танытмаға Асҡын ауылынан Илшат менән Эльмира Мусиндар эйә булды. Был сертификат Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы граждандарын торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә дәүләт ярҙамын күрһәтеү” маҡсатлы програмаһы сиктәрендә тапшырылған.

- Әле һаман ышанып булмай! Сертификатты алыу – көтөлмәгән матур хәл, – тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште Эльмира Рәлиф ҡыҙы. – 2016 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торабыҙ. Көткән ваҡыт эсендә ер һатып алдыҡ, үҙ көсөбөҙ менән төҙөлөштө башланыҡ, тик эш хаҡына ғына төҙөүе ауыр. Әле үҙем декрет ялындамын, ирем “Империя” магазинында администратор булып эшләй.   

Эльмира Мусинаның белдереүенсә,  ғаилә тормошо башланғандан алып, һигеҙ йыл эсендә уларға һәр ваҡыт тиерлек торлаҡты ҡуртымға алырға тура килгән. Алынған сумма быйыл яңы йортто туйлау өсөн етәсәк. Әйткәндәй, ғаиләлә өс бала үҫә - ике ҡыҙ һәм бер малай – иң өлкәненә алыт йәш булһа, кесеһенә -  1,5 ярым.

- Сертификат алыуығыҙ менән ҡотлайым!  Йортоғоҙҙа көлөү тауыштары тынмаһын, - тип теләне Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Юсупов сертификатты тапшырғанда.

Фото: bashkortostan.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: