Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2022, 11:00

Блокчейнда тауыш биреү ойошторолдо

"Делегаттар мобиль ҡорамалдар ярҙамында үҙҙәре тауыш бирҙе, һәр тауышты блокчейн технологияһы үҙ сылбырында сағылдырҙы".

Блокчейнда тауыш биреү ойошторолдо
Блокчейнда тауыш биреү ойошторолдо

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй“ партияһы активының “Старт 24” республика форумында Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретарын, президиумын һәм контроль комиссияһын һайлау электрон форматта үтте. Был ысул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡулланылды.

Һайлау процесын автоматлаштырыу йәһәтенән техник талаптарҙы билдәләүҙә эксперт сифатында Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ҡатнашты.

"Заман технологияларын файҙаланып, махсус Рәсәй платформаһында онлайн-тауыш биреү ойоштора алдыҡ. Делегаттар мобиль ҡорамалдар ярҙамында үҙҙәре тауыш бирҙе, һәр тауышты блокчейн технологияһы үҙ сылбырында сағылдырҙы. Әүҙем һайлау хоҡуғы булған делегаттың тауыш биреү мөмкинлеген тәьмин итеү, билдәһеҙлекте гарантиялау өсөн һуҡыр ҡултамға технологияһы ҡулланылды. Һайлауҙың асыҡлығы тауыш биреү системаһына инеүгә серле асҡыс файҙаланып өлгәшелде, шулай уҡ һуңғы һөҙөмтәләрҙе сығарғанға тиклем мәғлүмәттәрҙе шифрлау ҙа", – тине республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Уның билдәләүенсә, электрон һайлау бурысын тормошҡа ашырыуҙа донъяла билдәле булған “Лаборатория Касперского” Рәсәй компанияһы белгестәре ярҙам иткән. Тауыш биреү “Polys” компанияһының блекчейн-платформаһында үткән.

Тауыш биреүҙә республика райондарынан делегаттар ҡатнашты – урындағы партия бүлексәләре секретарҙары, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Йәш Гвардия” әүҙемселәре.

Тауыш биреүҙең һанлы ысулын файҙаланыу - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) бурыстарын үтәүҙем сираттағы уңышы.   

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: