Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Кисә Балаҡатай районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Яңы Балаҡатай ауылынан шәхси эшҡыуар Клара Латипова суши, роллы һәм пицца әҙерләү проектын тәҡдим итте. Маҡсаты - сифатлы продукция етештереү, яңы эш урындары булдырыу.
"Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа күптәрҙә Азия кухняһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта, халыҡ суши, роллы, пицца кеүек ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Улар ҡала ерендә генә түгел, хатта ауылда йәшәүселәр араһында ла киң популярлыҡ яулай башланы. Иң беренсе булып мин роллы төрҙәренең ҡайһыһына ихтыяж ҙур икәнлеген өйрәндем, шуға күрә башта ун төрлөнөң дүртәүһенә генә туҡталдым. Япон кухняһының серҙәренә төшөндөк, кәрәкле ҡорамалдар, электр мейестәре һатып алдыҡ", - ти Клара Мирзаян ҡыҙы.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусылар суши, роллы әҙерләү өсөн өҫтәмә ҡорамалдар менән тәьмин итеү юлдарын да ҡараны. Район хакимиәте башлығы Мәсғүт Миңлеғәлин проектҡа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм тейешле структураларға уға булышлыҡ итергә ҡушты. Бизнес-шериф Альберт Шафиҡов шәхси эшҡыуарға ярҙам күрһәтеү ысулдары менән таныштырҙы.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/229498 .
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан