Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2022, 09:30

Хәйбулла районында яңы ФАП асылды

Күптән түгел фельдшер-акушерлыҡ пункттары Федоровка, Әҙел, Маҡан ауылдарында файҙаланыуға тапшырылһа, әле  - Аҡнаҙарҙа.

Хәйбулла районында яңы ФАП асылды
Хәйбулла районында яңы ФАП асылды

Яҙғы байрам алдынан Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Тантанала район хакимиәте етәксеһе Рөстәм Шәрипов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Рәмилә Шәрипова, ауыл халҡы ҡатнашты. Рөстәм Динислам улы билдәләүенсә, был объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында Башҡортостан Башлығының хәстәрлеге менән асыла. Һуңғы ике йылда районда туғыҙ ФАП асылһа, былтыр - дүртәү. Күптән түгел фельдшер-акушерлыҡ пункттары Федоровка, Әҙел, Маҡан ауылдарында файҙаланыуға тапшырылһа, әле  - Аҡнаҙарҙа.

Фельдшер Ғәйшә Сәғитова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 40 йылға яҡын эшләй. 1983 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Аҡъяр район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай, ике йылдан тыуған ауылына фельдшер булып ҡайта. Артабан Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙына Бүребай амбулаторияһында ун йылға яҡын эшләргә тура килә. 2020 йылдан ул йәнә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ауылдаштары өсөн өлгө, һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Уның ҡарамағында 109 яҡын кеше иҫәпләнә, шуның 48-е - оло йәштәгеләр. Өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, бында фельдшер һәм сирлеләр өсөн дә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла районында яңы ФАП асылды
Хәйбулла районында яңы ФАП асылды
Хәйбулла районында яңы ФАП асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: