Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай

Субсидияны әҙер торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була.

Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай
Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай

Яҙғы матур байрам алдынан Сибай ҡалаһында ҡыуаныслы ваҡиға булды: хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов туғыҙ йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына ярашлы атҡарылды. Таныҡлыҡ ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға субсидиянан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Бөтә иҫәп-хисап банк аша ҡулаҡсаһыҙ тормошҡа ашырыла. Субсидияны әҙер (икенсел) торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була.

Бәхетле ғаиләләр араһында Дилә һәм Фирғәт Ҡотлоғоловтар ҙа бар. Улар Тимур, Рәмил һәм Айгөл исемле балалар үҫтерә.

"Сертификатты оҙаҡ көттөк, йәш ғаилә булараҡ, башҡа ташламаларҙан ҡалып бөттөк, шулай ҙа моратыбыҙға өлгәштек: күп балалы ғаиләгә әүерелдек, ғаиләбеҙгә биҙәк өҫтәп ҡыҙыбыҙ тыуыуы был тәңгәлдә эште ҡуҙғатты, сиратыбыҙ шундуҡ алға күсте һәм, ниһайәт, таныҡлыҡ беҙҙең ҡулда! Өс бүлмәле фатир һатып алырға иҫәп", - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Дилә Батыр ҡыҙы.

Шулай уҡ башлыҡ ҡулынан Эльвира Хәйбуллина, Гөлназ һәм Мөнир Яҡшымбәтовтар, Луиза менән Илмир Матиновтар, Гөлсинә һәм Айнур Йәрмиевтәр, Нәсимә Ҡәйепҡолова, Фирүзә менән Нурбулат Халиҡовтар сертификат алды.

Әйткәндәй, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт программаһында әлеге көндә сиратта Сибай ҡалаһынан бөтәһе 353 йәш ғаилә тора, уларҙың 40-ы - күп балалы.

Фото: Ирина Корепанова.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай
Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в