Быйыл Башҡортостандың тағы ла 130 ауылы Интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Был күрһәткес ил буйынса иң юғарыһы тип баһалана.
Торлаҡ пункттарҙы халыҡ үҙе “Дәүләт хеҙмәте” порталында асыҡ тауыш биреү ысулы менән һайланы. Республиканан йәмғеһе 16 мең тауыш йыйылған Стәрлебаш районының Өсөгән-Әсән, Ямғырлы, Стәрлетамаҡтың Айыусы, Краснокаманың Карякин ауылдары халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Нуримандан был программаға дүрт ауыл үткән.
Башҡортостандың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, 2021 йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республиканың бөтә мәктәптәре юғары тиҙлекле интернетҡа һәм Берҙәм мәғлүмәт тапшырыу үҙәгенә тоташтырылған. Быйылдан бөтә мәктәптәр өсөн трафик федераль ҡаҙна иҫәбенә түләнә башлаған. 2022 – 2023 йылдарға план – мәктәптәрҙә юғары технологиялы инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итеү. Был маҡсатҡа республикаға 1,4 миллиард һум субсидия бүленә.
Хәлил Абдуллин, Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
- "Һанлы иҡтисад" милли проекты (национальный проект "Цифровая экономика") ярҙамында быйыл һайлап алынған тораҡ пункттарға 4G Интернет тоташтырыласаҡ. Был халыҡҡа Дәүләт хеҙмәттәре менән онлайн файҙаланыу, дистанцияла уҡыу, социаль селтәрҙәрҙә аралашыу, яҡшы фильмдар ҡарау мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: Башҡортостандың Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығы сайты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан