Республика “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы медицина тармағын һанлаштырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәне, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Башҡортостанда мәғлүмәт системаһын үҫтереүҙә үҙәк ролде “Һанлы контур” проекты үтәй.
Былтыр интернеттың юғары тиҙлекле селтәренә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 90 проценты тоташтырылды, белгестәр менән онлайн режимында консультациялар үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Төпкөлдәге биләмәләр халҡы телемедицина мөмкинлектәренән файҙалана алды. Республикала күләмле һанлаштырыу 2013 йылда башланғайны. Шул осорҙа бөтә медицина ойошмалары өсөн дә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылды. Хәҙер уға 205 медицина ойошмаһы һәм 124 дарыухана пункты тоташҡан. Медицина документтарының берҙәм базаһында ҙур мәғлүмәт тупланған, халыҡтың 4,5 миллион электрон картаһы урын алған.
Республика Рәсәй төбәктәре араһында был проектҡа бүленгән федераль средстволар күләме буйынса алдынғы урында бара.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан