Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2022, 08:00

Юлдарҙа ун контроль пункты урынлаштырылды

Маҡсат – водителдәргә штраф һалыу түгел, ә юлдарҙы һаҡлау.

Юлдарҙа ун контроль пункты урынлаштырылды
Юлдарҙа ун контроль пункты урынлаштырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") нигеҙендә Башҡортостанда ун автоматлаштырылған ауырлыҡ, тышҡы һыҙат һәм күләм контроле пункттары урынлаштырылды.

Был турала Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Контроль пункттары транспорт сараһының тышҡы һыҙатын һәм күләмен туҡтатмайынса билдәләргә, шулай уҡ йөктөң артыҡ тейәлеү-тейәлмәгәнен асыҡларға мөмкинлек бирә. Улар шулай уҡ юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға төшөрә ала. Был комплекстар аша автомобиль юлдарының торошон һаҡлау, хәүефһеҙлекте яҡшыртыу, юл-транспорт ваҡиғаларының һанын, автомобиль юлдарын ҡулланыуҙағы сығымдарҙы кәметеү күҙаллана.

“Беҙҙең маҡсат водителдәргә штраф һалыу түгел, ә юлдарҙы һаҡлау. Уларҙың торошон ремонтлаусылар ғына түгел, ҡулланыусылар ҙа ҡайғыртырға тейеш”, - тип билдәләне Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2019 йылда старт алған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының төп маҡсаты - юлдарҙың сифатын арттырыу, үлем осраҡтарын кәметеү.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: