Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Операциялар был ҡорамалдан тыш яһалмай

Яҙ айының тәүге көнөндә Салауат дауаханаһына яңы ҡорамал – электрохирургик коагулятор алынды. 

Операциялар был ҡорамалдан тыш яһалмай
Операциялар был ҡорамалдан тыш яһалмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Салауат ҡала дауаханаһының операция блогын йыһазландырыу дауам итә.

Яҙҙың тәүге көнөндә яңы ҡорамал – ҡан ағыуын тиҙ туҡтатырға һәм туҡымаларҙы уңалдырырға һәләтле юғары йышлыҡлы электрохирургик  коагулятор алынды. Хәҙер был ҡорамалһыҙ бер операция ла яһалмай.

 – Беҙҙең бурыс – дауахананы һәр кем файҙалана алырлыҡ медицина ярҙамы һәм тейешле кимәлдә заманса техника менән тәьмин итеү. Пациенттар операциянан һуң йәһәтерәк һауыҡһын һәм ғәҙәти тормошҡа ҡайтһын өсөн тырышабыҙ. Милли проекттар һөҙөмтәһендә беҙгә, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре  менән көрәш буйынса хеҙмәттәрҙәге кеүек,  башҡа етди йүнәлештәрҙе  лә яңы юғары технологиялы  ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкин булды. Ҡорамал заманса, хәүефһеҙ һәм ҡулланыуҙа уңайлы, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.

Салауат дауаханаһы 2021 йыл аҙағында эндовидеохирургик ҡорамал алып, бәүел-енес системаһы ағзалары сирҙәрен диагностикалау һәм дауалауға ғәҙәти ҡарашты үҙгәртте. Яңы ысулдар етди әмәлдәрҙе тәнде киҫмәйенсә эшләргә мөмкинлек бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Фото: 1MI

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в