Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2022, 12:30

Бурыстың яртыһы үтәлгән

Алты ҡатлы поликлиника республиканың бөтә мөйөштәренән килгән халыҡты ҡабул итәсәк.

Бурыстың яртыһы үтәлгән
Бурыстың яртыһы үтәлгән

 Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы корпус төҙөлөшө 50 процентҡа башҡарылды. Уны киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Алты ҡатлы бина республиканың бөтә мөйөштәренән килгән халыҡты ҡабул итәсәк.

Корпусты төҙөү 2019 йылда башланғайны. Уны ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн 50-гә яҡын эшсе тәүлегенә 12-шәр сәғәт эшләй. Әле стеналар һалына, инженер коммуникациялары һуҙыла. Төҙөүселәр бөгөн өҫкө ҡатта эшләй.

Поликлиника ике корпустан тора, береһендә халыҡты ҡабул итеү бара. Диагностика үҙәге башҡа бинала урынлашасаҡ. Яңы поликлиника бөтә хеҙмәттәрҙе берләштерергә тейеш. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн уңайлыҡтар ҡаралыуын да билдәләргә кәрәк. Объекттың хаҡы ике миллиард һум тора. Яңы бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Төп бурыстарҙың береһе - халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: