“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Республика клиник онкология диспансерына күсмә ультратауыш аппараттары ҡуйылды. Mindray M7 ультратауыш аппараты – премиум класындағы портатив диагностика системаһы. Уның көслө яғы – мобиллек, юғары етештереүсәнлек һәм ҡулланыуҙа уңайлы булыуы. Аппаратта тәрән биопсия алыу өсөн махсус функция ҡулланылыуы энә, нервы епсәләре һәм ваҡ ҡан тамырҙарын яҡшы күреүҙе тәьмин итә.
SonoScape S2N күсмә аппараты үҙ класында иң еңеле, бары 4,5 килограмм тарта. Яңы технология ағзаларҙы яҡшыраҡ күрергә, табип күҙҙәренә төшкән көсөргәнеште кәметергә һәм тикшеренеү ваҡытын ҡыҫҡартырға булыша.
– Яңы ҡорамал һөҙөмтәһендә табиптарҙың пациенттарҙы ентеклерәк тикшереү мөмкинлеге тыуҙы. Ә идара итеүҙең яйлаштырылыуы теүәл һөҙөмтә алыу мөмкинлеген арттыра, – ти республика клиник онкология диспансеры етәксеһе Адель Измайлов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.