Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2022, 11:30

Мөһим төҙөлөш дауам итә

Йыл һайын Башҡортостанда 130 балала яман шеш асыҡлана. Үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу менән кескәй пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бермә-бер артасаҡ.

Мөһим төҙөлөш дауам итә
Мөһим төҙөлөш дауам итә

Баш ҡалала Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә кескәй пациенттар өсөн гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Бында балаларға бөтә онкологик ярҙам төрҙәре күрһәтеләсәк.

Объект, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтыр көҙ көнө һалына башлағайны. Уны төҙөү 1,5 миллиард һумға төшәсәк. Әле уның нигеҙен һалыу  эштәре бара. Үҙәк Г рәүешендәге формала  төҙөләсәк. Майҙаны  –17,7 мең квадрат метр. Көндөҙгө стационары, иммунология блогы, онкология һәм гематология бүлексәләре, реанимация һәм интенсив терапия, елек майын трансплантациялау бүлектәре, операция блогы буласаҡ. Корпустар араһында бәйләнеш булдырыу өсөн ҡулайлы проект эшләнгән, бинаның хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса һаҡлыҡ системалары булдырыласаҡ.

Был объект республика өсөн  бик әһәмиәтле һәм кәрәкле. Йыл һайын Башҡортостанда 130 балала яман шеш асыҡлана. Үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу менән кескәй пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бермә-бер артасаҡ.  Контрактҡа ярашлы, төҙөлөш 2025 йылдың 31 декабрендә тамамланырға тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: