Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2022, 19:30

Былтыр милли проекттар нисек тормошҡа ашырылған?

2021 йылға ҡаралған 145 маҡсатлы күрһәткестең өсәүһенә генә өлгәшеп булмаған. 

Былтыр милли проекттар нисек тормошҡа ашырылған?
Былтыр милли проекттар нисек тормошҡа ашырылған?

Былтыр Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 27,4 миллиард һум аҡса бүленгән. 2022 йылда милли проекттарҙы финанслау 1,4 тапҡырға – 37 миллиард һумға тиклем арттырыла. Был турала бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов һөйләне.

“Демография” милли проекты сиктәрендә 70 меңдән ашыу ғаилә 6,5 миллиард һумдан ашыу күләмдә бала тыуыуға бәйле айлыҡ түләүҙәр алған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республика дауаханаларына һәм поликлиникаларына 44 берәмек төрлө профилле медицина ҡорамалы, шул иҫәптән магнит-резонанс, компьютер томографияһы аппараттары килтерелгән, өҫтәмә биш онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асылған.

Мәғариф өлкәһендә – Стәрлетамаҡта “Кванториум” технопаркы һәм “IT-куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәге, Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге 207 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылған. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Ҡариҙел районының Яугилде ауылында ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлгән, ауыл муниципалитеттарында 19 мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған, ауылдарҙа 10 заманса моделле китапхана асылған.

– “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” программаһы сараларын тормошҡа ашырыу торлаҡ төҙөлөшө күләмдәренең артыуына булышлыҡ итте, – тине вице-премьер. – 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, тағы 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, 30,6 мең квадрат метр авариялы торлаҡтан күсерелгән. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә генә 344 километр юл ремонтланған, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер сафҡа индерелгән.

Иҡтисади милли проекттар буйынса – Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Учалы, Салауат һәм Бәләбәй ҡалаларында 2021 йылда “Минең бизнесым” үҙәгенең офистары асылған. 123 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты үҙ продукцияһы менән сит ил баҙарына сыҡҡан. Интернетҡа өҫтәмә 1 164 социаль әһәмиәтле объект – фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәктәптәр, колледждар, ауыл советтары, янғын һүндереү частары, мәҙәниәт учреждениелары тоташтырылған.

2021 йылға ҡаралған 145 маҡсатлы күрһәткестең өсәүһенә генә өлгәшеп булмаған: юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандарҙың һаны, эшкә һәләтле йәштән өлкәндәрҙең һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында хеҙмәттәр алған инвалидтарҙың өлөшө һәм төҙөлөш стадияһында күп фатирлы торлаҡ күләме.

Республика Башлығы был күрһәткестәр буйынса яуаплы булған министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәренә артта ҡалыу сәбәптәрен өйрәнергә, уларҙы юҡҡа сығарыу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

– Беҙ яҡшы эшләргә һәм республика алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылда был артта ҡалыуҙар булмаһын өсөн, бөтә нәмәне ентекле анализларға һәм саралар әҙерләргә кәрәк.

2022 йылда милли проекттар линияһы буйынса 44 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү һәм 1,6 мең берәмек юғары класлы медицина ҡорамалы һатып алыу, тағы 216 “Үҫеш нөктәһе”н асыу, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Ишембай һәм Белорет райондарында ете “IT-куб” Балаларға һанлы белем биреү үҙәген һәм Салауатта “Кванториум” технопаркын асыу, 18 мәҙәниәт объектын яңыртыу күҙаллана.

Инфраструктура проекттары өлөшөндә 2022 йылда 2,34 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты сафҡа индереү, 20,5 мең квадрат метрҙан ашыу авариялы торлаҡтан кешеләрҙе күсереү, тағы 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе һигеҙ проектты тамамлау бурысы ҡуйыла (Сибай, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Учалы, Йылайыр районының Йылайыр ауылы, Мәләүез районының Воскресенск ауылы).

Башҡортостан Башлығы профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә федераль власть органдары менән берлектә милли проекттарҙың маҡсаттарын бойомға ашырғанда хәүеф ихтималлығын анализларға һәм иғтибар итеү сараларын күрергә ҡушты.

– Иҡтисади мәсьәләләрҙә ҡайһы бер ауырлыҡтар буласағын аңлайбыҙ, әммә милли проекттарҙың маҡсатлы йүнәлештәре ҡала һәм беҙ уларҙы бойомға ашырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, милли проекттар буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ, ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. 2022 йылда ла тыныс һәм ышаныслы эшләүебеҙҙе дауам итербеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: