Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2022, 14:40

Хәйбуллалар мал үрсетә

Ауыл хужалығы өлкәһендәге ике инвестиция проекты ҡаралды.

Хәйбуллалар мал үрсетә
Хәйбуллалар мал үрсетә

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов аҙна һайын үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелә.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә сираттағы ултырыш булды. Унда ауыл хужалығы өлкәһендәге ике инвестиция проекты ҡаралды. Яңы Украинка ауылынан Раил Түләбаев һөт һыйырҙары үрсетергә ниәтләй. Раил Миңлеғәле улы шәхси ярҙамсы хужалығында мал аҫрау йәһәтенән бай тәжрибә туплаған. Хужалығын киңәйтеү маҡсатында һауын һыйырҙарын һатып алырға ниәләй. Был эште уңышлы атҡарып сығыу өсөн финанс ярҙамы һәм ер бүлеме кәрәк.

Оло Әбеш ауылынан күп балалы әсә Розалиә Илембәтова ла ошо уҡ өлкәлә, әммә ит йүнәлеше буйынса үҙ эшен асырға теләй. Уны башлау өсөн ул ауыл хужалығы ҡорамалдары һәм һыйыр малы һатып алырға ниәтләй. Финанс ярҙамын алыу өсөн ҡатын Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” грант ярҙамын алыу буйынса конкурста ҡатнаша.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан вазифалы кешеләргә ошо инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү йәһәтенән тәҡдимдәр индереү бурысы йөкмәтелде.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agrotehholding.ru

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: