Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҙна һайын һәр кесаҙна республикалағы барлыҡ мәшғүллек үҙәктәрендә эш менән тәьмин итеү буйынса акциялар ойошторола. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырыуға йүнәлтелә.
Мәғлүм булыуынса, 10 мартта – пенсия алды йәшендәгеләр һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген тергеҙергә теләгән өлкәндәр өсөн, 17 мартта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эш табырға теләгән кешеләр өсөн вакансиялар тәҡдим итәсәктәр.
Мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллеккә ҡағылған хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса компьютер диагностикаһы һәм консультация бушлай тормошҡа ашырыла. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 251-51-55, эш биреүселәр өсөн: (347) 251-51-75. Мәшғүллек хеҙмәтенең адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1.
Әйткәндәй, вакансиялар тураһында мәғлүмәтте шулай уҡ үҙегеҙ йәшәгән райондың, ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтенән, шулай уҡ Башҡортостандағы Мәшғүллек хеҙмәтенең интерактив порталынан алырға мөмкин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/435067/