Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2022, 14:50

Компания дәүләт ярҙамында һатыуҙы арттырған

Компанияның лизинг тауарҙары менән шәхси һәм бәләкәй предприятиелар файҙалана ала.

Компания дәүләт ярҙамында һатыуҙы арттырған
Компания дәүләт ярҙамында һатыуҙы арттырған

Өфөләге “Профиль-Комплект” предприятиеһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект ”Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярҙамында  тауарын һатыуҙы 34 процентҡа арттырған.

“Профиль-Комплект” Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы менән 2020 йылдан хеҙмәттәшлек итә. Предприятие  дәүләт ярҙамында етештереү һәм һатыу күләмен арттырған, яңы төбәк баҙарына сыҡҡан, һәм, иң мөһиме, яңы эш урындары булдырған.

"Компанияның лизинг тауарҙары менән шәхси һәм бәләкәй предприятиелар файҙалана ала”, – тип билдәләне республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дүәләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

2020 – 2021 йылдарҙа “Тотороҡло үҫеш” һәм “Өҫтөнлөклө үҫеш” лизинг продукттары алынған һәм файҙаланыуға индерелгән. Яңыраҡ, быйыл ғинуарҙа, профилдәрҙе ламинациялау, төрөү машинаһы һәм ярым автомат паллетурама (паллетообмотчик) ҡорамалы өсөн өсөнсө лизинг килешеүе төҙөлгән.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаты – эшҡыуарлыҡҡа барлыҡ үҫеш этабында ярҙам - башланғыс тәҡдимдәрҙән алып, экспортҡа сыҡҡансы. Был иһә үҙ сиратында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы 2019 йылда ҡабул ителде һәм ғәмәлгә ашырыла.        

Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан алынды.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: