Һуңғы ике-өс йылда һаулыҡ һаҡлау тармағы иңенә төшкән һынауҙарҙы еңеү анһат бирелмәне. Пандемия менән көрәш байтаҡ финанс сығымдарын, кеше ресурстарын талап итте. Көндәлек тормошта ла быны асыҡ тойҙоҡ.
Әле лә был тәңгәлдә бурыстар етерлек, ковид бер ҡайҙа ла китмәгән, уның менән көрәш һаман дауам итә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү, һанлаштырыу, яңы төҙөлөштәргә тотоноу, финанс ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса планлы эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Айырыуса һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу, ауыл-ҡасаба халҡына сифатлы ярҙамды яҡынайтыу буйынса эштәр һиҙелерлек йәнләнде.
Медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле хирург, профессор Вил Тимербулатовҡа һуңғы осорҙа тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе нисек баһалауын һорап мөрәжәғәт иттек. Уны республикала бығаса булмағанса күләмдә һәм тиҙлектә һаулыҡ һаҡлау объекттарының төҙөлөүе һөйөндөрә.
“Беҙҙә бер ваҡытта ла дауалау учреждениелары бындай минималь срокта төҙөлмәне. Зубовтағы йоғошло ауырыуҙар госпитален ни бары 53 көн эсендә төҙөнөләр. Тарихта бындай хәлдең күҙәтелгәне булманы. Стәрлетамаҡтағы ковид госпитале лә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа инде. Әле Сибай һәм Туймазыла күп функциялы госпиталдәр төҙөлә. Иң мөһиме, уларҙа бөтә шарттар - реанимация койкалары, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, компьютер томографтары, ультратауыш, рентген ҡорамалдары буласаҡ. Халыҡтың тулыһынса медицина ярҙамы менән тәьмин ителеренә ышанам,” – ти доктор.
Эксперт фекеренсә, пандемия тамамланыу менән дауахана буш тормаясаҡ, уның терапия дауаханаһы булып үҙгәртелеүе мөмкин. Госпиталдең ҡурай тажы рәүешендә һалыныуы ҙур уңайлыҡ тыуҙыра, һәр корпусты айырым файҙаланырға мөмкинлек бар.
Профессор аңлатыуынса, Стәрлетамаҡтағы ковид госпитале өҫтәмә рәүештә хирургия койкалары, бала табыу, балалар бүлексәһе, операция блогы менән тулыландырылған, тимәк, ауырыуҙы бер ҡайҙа ла күсереп йөрөтөү кәрәк булмаясаҡ. Реанимация койкаларының халыҡ-ара стандарттарға яуап биреүен дә табип юғары баһаланы.
“Өфөлә хәҙерге ваҡытта үҙенсәлекле үҙәк – кардиохирургия комплексы төҙөлөшө тамамлана. Учалыла хирургия корпусы оҙаҡламай сафҡа инәсәк, Туймазы һәм Дүртөйлөлә балалар поликлиникалары төҙөлдө. Капиталь ремонт башҡарылған учреждениелар күпме – һанап тормайым. Был эштәрҙең барыһы ла пандемия осоронда сикләнгән ресурстар мәлендә башҡарылды, республика етәкселеге тармаҡҡа ҙур иғтибар бирҙе. Башҡорт дәүләт медицина университетының ҡыҫҡа ғына осорҙа бөтә йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй алыуын да билдәләргә кәрәк,” – тип, тармаҡтағы аҙымдарҙы юғары баһаланы ғалим.
Ошондай яуаплы осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәтен лайыҡлы баһалау, наградалар тапшырыу уйланылған, дөрөҫ аҙымдарҙың береһе булды. Улар, һис шикһеҙ, бөгөнгө заман геройҙары, хөрмәткә лайыҡ хеҙмәткәрҙәр.
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау тармағындағы Башҡортостан тәжрибәһенең төбәктәргә таратылыуына шаһитбыҙ. Бының менән ғорурланырға мөмкин. Яңыраҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ил төбәктәре менән кәңәшмә үткәргәндә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлегенә лә ҡағылды һәм уның эш тәжрибәһен башҡа төбәктәр уртаҡлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәй төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Уға ярашлы, өҫтәмә медицина объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, транспорт саралары менән тәьмин итеү ҡарала. Ошо программа буйынса Башҡортостанда былтыр 73 модулле ФАП урынлаштырылды, райондарҙа һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Шулай уҡ 22 медицина ойошмаһында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Үткән йылда медицина ойошмалары өсөн 76 берәмек автомобиль транспорты алынды.
2022 йыл тармаҡ алдына тағы ла мөһимерәк, ҡатмарлыраҡ бурыстар ҡуя. Маҡсат бер – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү. Әйткәндәй, быйыл республикала 58 яңы медицина учреждениеһын сафҡа индереү планлаштырыла.
Тармаҡта еренә еткереләһе, атҡарылаһы бурыстарҙың һәм хәл итәһе мәсьәләләрҙең, халыҡты борсоған етешһеҙлектәрҙең әлегә байтаҡ булыуын аңлайбыҙ. Әммә тармаҡтың тарихта булмағанса күтәрелеш кисереүе, яңыртылыуы алдағы аҙымдарҙың тағы ла баҙығыраҡ, өмөтлөрәк буласағына ышаныс тыуҙыра. Һынауҙар беҙҙе һындырмаҫ, тип уйлайбыҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.