Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “УРАЛТЕХСИСТЕМЫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә предприятие командаһы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) нигеҙендә технологик блок-бокстар етештереүҙе ҡулайлаштырыу йәһәтенән эш алып барҙы. Һаҡсыл технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә етештереү 20 процентҡа артты.
Насос станцияларындағы технологик блок-бокстар сөсө һәм ер ҡатламындағы һыуҙы, нефтте, яғыулыҡ-майлау материалдарын һурҙырыу өсөн тәғәйенләнә.
– Милли проектта билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу барышында төп продукттың ағымдағы өлгөләре ғәмәлгә индерелде. Предприятиела эшкә сарыфланған ваҡыт 19,2 процентҡа ҡыҫҡарған, ағымдағы запас 50 процентҡа кәмегән, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Участкала йөк ташыуға, ҡоралдар эҙләүгә ваҡыттың саманан тыш сарыф ителеүе, эшселәрҙең оҙаҡ ҡуҙғалыуы, цех хеҙмәткәрҙәре өсөн эштең сменалы ойошторолмауы асыҡланды. Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн эксперттар цехтың яңы планын төҙөнө, һаҡлау системаһын ғәмәлгә индерҙе, эш урындарында етештереүгә анализ яһаны һәм 5С системаһын файҙаланырға ҡарар итте.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/435764/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)