Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2022, 10:30

Һөнәр һайлау – етди эш

Стәрлетамаҡ политехник колледжы республика мәктәптәрендә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса осрашыуҙар үткәрҙе. 

Һөнәр һайлау – етди эш
Һөнәр һайлау – етди эш

Стәрлетамаҡ политехник колледжы уҡытыусылары һәм мастерҙары Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондарында булып, мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары менән осрашты.

Сара барышында колледж вәкилдәре сығарылыш уҡыусыларына түбәндәге һөнәрҙәр тураһында һөйләне: “Сеймал, реактивтар, ҡатнаш аҙыҡ-түлек, әҙер продукция, производство ҡалдыҡтарының сифатын контролдә тотоу буйынса лаборант”, “Лаборант-эколог”, “Аппаратсы – органик булмаған матдәләр етештереү операторы”, “Аппаратсы – нефть һәм химия производствоһы операторы”, “Иретеп йәбештереүсе (ҡулдан һәм өлөшләтә механизацияланған), “Слесарь эштәре мастеры”.  Шулай уҡ уҡыусылар “Электр һәм электр механика ҡорамалдарын техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү”, “Машиналар төҙөлөшө технологияһы”, “Иретеп йәбештереү производствоһы” кеүек яңы йүнәлештәр менән дә танышты.

- Ауыл хужалығы производствоһының статусы үҙгәрҙе. Предприятиелар заманса малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ комплекстарын, холдингтарҙы файҙаланыуға тапшырып, юғары технологиялы техника һатып ала. Шуға күрә йәштәргә яңы һөнәрҙәргә, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла талап ителгән белгеслектәргә йүнәлеш тоторға кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Хеҙмәт баҙарында яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, иҫкеләренең асылы үҙгәрә. Байтаҡ альтернатив уҡыу йорттары барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә һөнәр һайлау процесы ла үҙгәреш кисерә.

Буласаҡ абитуриенттар өсөн Стәрлетамаҡ политехник колледжында 6-11-се класс уҡыусыларына иртә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса “Киләсәккә билет” проекты ғәмәлгә ашырыла, унда уҡыусылар төрлө һөнәрҙәр менән таныша һәм тәжрибәле остаздар етәкселегендә үҙ көсөн һынап ҡарай ала.

Был йүнәлештә алып барылған эштәр, йәш быуынға һөнәр һайлау йәһәтенән булышлыҡ итеү ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проектында ла (национальный проект “Наука”) төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: