Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2022, 12:30

Социаль контракт: ваҡытлы ла, урынлы ла

Өфөнән Дания Сәғитова бының үҙенсәлектәрен үҙ миҫалында аңлатып бирҙе. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән ҡатын һөнәре буйынса – ашнаҡсы. Ул эшләгән кафе пандемия ваҡытында ябылған, унан ҡабаттан эшмәкәрлеген тергеҙә алмаған...

Социаль контракт: ваҡытлы ла, урынлы ла
Социаль контракт: ваҡытлы ла, урынлы ла

Тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн

Республикала  ил Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендәге саралар уңышлы бойомға ашырылыуын дауам итә. Мәҫәлән, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн адреслы ярҙам күрһәтеү саралары күптәргә яҡшы һөҙөмтә килтергән, артабан йәшәрлек һәм эшләрлек көс, дәрт-дарман биргән.

Ошоға ҡағылышлы ыңғай миҫал –  аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә (яңғыҙ йәшәгән граждандарға) ярҙам итеү йөҙөнән социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамы күрһәтеү.

Ябай итеп әйткәндә, социаль контракт –  халыҡты социаль яҡлау учреждениеһы һәм  граждан араһындағы килешеү ул. Уға ярашлы, социаль яҡлау учреждениеһы гражданға (уның ғаиләһенә) матди һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү бурысын ала, ә граждан һәм уның ғаиләһе социаль адаптациялау программаһына ярашлы программа саралаларын тормошҡа ашыра. Социаль килешеү өс айҙан бер йылғаса төҙөлә.

Социаль контракттың маҡсаты  –  аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен граждандарҙың әүҙемлеге нигеҙендә  юғарыраҡ күтәреү, ауыр тормош хәлен еңерлек һәм матди хәлен яҡшыртырлыҡ үҙаллы килем сығанаҡтарын табырға ярҙам итеү.

Социаль контракт түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла:

- мәшғүллек үҙәге ярҙамында әүҙем эш эҙләү;

-  профессиональ һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу;

-  шәхси эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыу;

- шәхси хужалыҡ алып барыу;

- ауыр тормош хәленән сығыуҙы тәьмин иткән башҡа мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу.

Сараға ҡарап, түләүҙәрҙең күләме төрлө булыуы ихтимал. Уларға, мәҫәлән, хужалыҡҡа кәрәк-яраҡтар һатып алырға, ихатала хужалыҡ ҡоролмалары төҙөргә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, эш ҡоралдары һатып алырға була. Быларҙың маҡсаты – граждан үҙ-үҙен тәьмин итә алырға тейеш.  Социаль контракт саралары үтәлеү дәүләт органдары тарафынан  мотлаҡ тикшерелә, шарттар үтәлмәгән осраҡта килешеү өҙөлә.

Һандар һөйләй

2022 йылда Башҡортостанда  адреслы социаль ярҙам йүнәлеше буйынса 5200 социаль контракт төҙөү күҙаллана. Былтыр республикала шундай уҡ 5102 социаль контракт төҙөлгән булған. Ошо маҡсатҡа бүленгән бюджет саралары –  486,5 миллион һум үҙ ваҡытында һәм тулы күләмдә үҙләштерелгән. Был йәһәттән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры  Ленара Иванова түбәндәге фекерен белдерҙе:

 –  Икенсе йыл рәттән Башҡортостанда федераль ҡаҙнанан берлектәге финанслау шарттарында социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.  Был эштең һөҙөмтәлелеге йәһәтенән беҙ илдәге тәүге 20 төбәк араһына индек. Дәүләттән алынған аҡсаны һөнәри белемде камиллаштырыуға, үҙ эшеңде асыу өсөн тотонорға, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн ҡулланырға мөмкин.

Быйыл финанслау күләме  579,6 миллион һум буласаҡ, тип күҙаллана. Уларҙың 486,9 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан (84%),  92,7 миллион һумы – республиканыҡынан. Бүленгән финанс саралары сиктәрендә 5250-ҙән ашыу контракт төҙөләсәк тип планлаштырабыҙ, – тип билдәләй ведомство етәксеһе.

Ағымдағы йылдың  5 мартына 729 социаль контракт төҙөлгән, уларҙың  268-ҙе –  эш эҙләүгә; 142-һе – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә; 34-те – шәхси хужалыҡ алып барыуға; 285-е – ауыр тормош хәленән сығыу өсөн башҡа саралар күреүгә. Әлеге ваҡытта социаль контракттар нигеҙендә  75,78 миллион һум түләүҙәр тормошҡа ашырылған.

Шарттарын үтәгеҙ

Әгәр ҙә һеҙ әлеге ваҡытта ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалғанһығыҙ,  ярҙамға мохтажһығыҙ һәм  был йәһәттән социаль контракт кәрәкле ғәмәл булыр ине, тип иҫәпләһәгеҙ, түбәндәге шарттарҙы үтәү зарур.

Беренсенән, граждан урындағы мәшғүллек үҙәге аша эшһеҙ булараҡ иҫәпкә торорға, эш эҙләү порталдарында теркәлергә, унда үҙ резюмеһын урынлаштырырға тейеш.

Икенсенән, әгәр кеше яңы һөнәр алырға йәки квалификацияһын күтәрергә ниәтләй икән, белем алыу өсөн уға өҫтәмә аҡсалата ярҙам күрһәтелеүе ихтимал.

Өсөнсөнән, граждан үҙ эшен асырға ниәтләне икән, буласаҡ эшҡыуарға аҡсалата ярҙам бер тапҡыр күрһәтелә. Уны кәрәкле ҡорамалдар, эш ҡоралдары, эш урындары булдырыу, ҡуртым өсөн түләү һәм башҡа маҡсаттарға тотонорға мөмкин.

Адреслы ярҙамға мохтажлыҡ кимәлен халыҡты социаль яҡлау органдары вәкилдәре билдәләй. Социаль контракт, үрҙә билдәләгәнсә,  3-тән 12 айға тиклем төҙөлә, ҡәтғи нигеҙ булған осраҡта ғына ул оҙайтылыуы ихтимал. Контракт ваҡыты арауығында халыҡты социаль яҡлау органдары вәкилдәре граждандың һәм уның ғаиләһенең эшмәкәрлеген даими контролдә тота, социаль  адаптация кимәлен билдәләй, күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген билдәләй.

Әгәр ярҙам булмаһа...

Өфөлә йәшәгән Дания Сәғитова социаль контракттың үҙенсәлектәрен үҙ миҫалында аңлатып бирҙе. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән ҡатын һөнәре буйынса – ашнаҡсы. Ул эшләгән кафе пандемия ваҡытында ябылған, унан ҡабаттан эшмәкәрлеген тергеҙә алмаған.

 – Эшһеҙ ҡалдым, етмәһә, балам бәләкәй, йыш ауырый, уға әллә күпме сығымдар китә. Дөрөҫөн әйткәндә, үҫеп килгән бәләкәсемә карауат та һатып ала алмай инем. Социаль ярҙам минең өсөн бик ваҡытлы булды. Түләүҙәр ярҙамында балама йорт йыһаздары хәстәрләнем, башҡа кәрәк-яраҡ алдым. Түләүҙәр ярты йылға иҫәпләнгәйне. Был осор ауыр хәлдән сығыу юлдарын барларға, аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирҙе, – ти ул.

Ике бала үҫтергән Елена Адиясова ла ҡасандыр ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған.  Был осорҙо хәтерләһә, уның әле лә кәйефе төшөп китә. “Ярҙам итер кешем юҡ, фәҡәт үҙемә ышанырға тура килде”, –  ти ул. Ҡасандыр бухгалтер дипломы алған ҡатын бынан бер нисә йыл элек бәләкәстәре хаҡына һөнәрен үҙгәрткән, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлаған. Әммә пандемия осоронда ҡасабалағы баҡса ябылғас, Елена эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған.

 – Башта аптырап ҡалдым: аҡса юҡ, ә йәшәргә кәрәк. Бер ваҡыт миңә мәшғүллек үҙәгенән шылтыраттылар һәм яңы проект – социаль контракт барлығын бәйән иттеләр. Уны бар шарттарына ла тап килгәнемде төшөндөм. Мәшғүллек үҙәгенән миңә эш тәҡдим иттеләр, унда урынлашҡан хәлдә, өҫтәмә пособие буласағын да аңлаттылар. Был түләү минең бәләкәс эш хаҡына яҡшы өҫтәмә булды, –  ти Елена.

Эйе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, яҡшы һәм ул тәү сиратта илдәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.  

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: