Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2022, 11:30

Төп иғтибар агросәнәғәт комплексына йүнәлтелә

Республикала ИТ-технологияларҙы үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 363 миллион һум йәлеп ителгән.

Төп иғтибар агросәнәғәт комплексына йүнәлтелә
Төп иғтибар агросәнәғәт комплексына йүнәлтелә

Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) “”Һанлы технологиялар” программаһына ярашлы ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу операторы сифатында өс йыл эшләү дәүерендә республикала ИТ-технологияларҙы үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 363 миллион һум йәлеп итте. Был турала йомғаҡлау ултырышында дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин хәбәр итте.

– Министрлыҡ проект офисын асты. Ул проекттарға методик, эксперт һәм ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтә. Ошо эш һөҙөмтәһендә былтыр – 153 миллион һум, 2020 йылда – 120 миллион һум, 2019 йылда 90 миллион һум йәлеп ителгән, – тине ул.

Министр әйтеүенсә, 2019 йылдан алып милли проектҡа ярашлы төбәктең етештереү ихтыяждары өсөн һанлы технологияларҙы үҫтереүгә һәм ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелгән төрлө ярҙам программалары тормошҡа ашырыла. Уларҙың төп бурысы – һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, уларҙы эшләүгә сығымды финанслау менән бәйле алдынғы ҡаҙаныштарҙы тәьмин итеү.

Быйыл Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы ошо йүнәлештә эшен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт комплексы өлкәһенә ҙур иғтибар биреләсәк. Кәмендә ете ауыл хужалығы предприятиеһына һанлы үҙгәрештәр йәһәтенән консультация, ойоштороу, мәғлүмәт-аналитика һәм методологик, шул иҫәптән федераль ҡаҙна аҡсаһын йәлеп итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/435834/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: