Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, район йәштәре менән әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә, йәш быуындың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән саралар даими уҙғарыла.
Ошо көндәрҙә йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитетында эскелекте иҫкәртеү буйынса әңгәмә ойошторолдо. Ҡалтасының 2-се мәктәбендәге “Really info” психологик яҡтан әүҙем матдәләр ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса саралар комплексы” проектында ҡатнашыусылар комитет командаһында эшләгән йәштәргә “Манипуляциялар сере. Алкоголь” фильмын тәҡдим итте. Уны ҡарағандан һуң әүҙем фекер алышыу булды.
“Йәштәргә тәжрибә барышында спирттың ҡанға һәм аҡһымға тәьҫирен, ҡандың ҡуйырыуын, тромбтар барлыҡҡа килеүен күрһәттеләр. Һөҙөмтәлә тамырҙарҙа ҡандың төйөлөүе ихтимал”, – тине йәштәр менән эшләү буйынса белгес Илмира Әхмәтханова.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/230996
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)